-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2020, 01:05

Һурпа һәм ҡатыҡ ғүмерҙе оҙонайта

Оҙон ғүмер кисереүҙең бер шарты — дөрөҫ туҡланыу

Тулы ҡанлы, оҙон ғүмер кисереүҙең бер шарты — дөрөҫ туҡланыу. Башҡорт дәүләт медицина университетының йәмәғәт сәләмәтлеге һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу кафедраһы хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткән ябай ғына ҡағиҙәләр бөтә йәштәге кешеләр өсөн дә файҙалы, әммә ололарға айырыуса кәрәкле.
Диеталар менән мауығырға ярамай. Улар организмда матдәләр алмашыныуҙы боҙа, витаминдарға һәм минералдарға ҡытлыҡ тыуҙыра. Күп кенә диеталар бөйөрҙәрҙе зарарлай, холецистит, артрит сирҙәренә тарыта.
Үҙегеҙ йәшәгән төбәк климатына ярашлы ризыҡтарҙы ҡулланығыҙ. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ ашаған башҡорт аштарына, һурпа, йәшелсә, һөт ризыҡтарына бер нәмә лә етмәй.
Йоҡлар алдынан ҡатыҡ (кефир) эсегеҙ. Ҡатыҡтың матдәләр алмашыныуын көйләүен, таш барлыҡҡа килеүгә һәм ашҡаҙан аҫты биҙе ялҡынһыныуға ҡаршы тороуын билдәле табип һәм ғалим Илья Мечников бынан бер быуаттан ашыу элек яҙып ҡалдырған.
Майонезлы салаттарҙан баш тартығыҙ. Майонез атеросклерозға килтерә, аҙ калориялыһы бигерәк тә зарарлы.
Кетчуп менән мауыҡмағыҙ, уның составында консерванттар күп.
Ыҫланған ризыҡтарҙы һирәк ҡулланырға тырышығыҙ. Уларҙағы канцерогендар организм өсөн ныҡ зыянлы.
Туҡланыу рационында бутҡалар, һимеҙ булмаған ит һәм балыҡ, эремсек, йәшелсә-емештәр булырға тейеш. Йәшелсәләрҙе быҡтырып йәки томалап бешереү файҙалы.
Еңел үҙләштерелгән, витаминдарға һәм микроэлементтарға бай ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ.
Эсемлектәрҙе сама менән ҡулланығыҙ, һыу, сәй, компоттар ҙа организмды шыйыҡлыҡ менән кәрәгенсә тәьмин итә.
Режим буйынса ашарға тырышығыҙ, көнөнә 5-6 тапҡыр бер үк мәлдә тәғәмләнеү файҙалы: иртәнге, икенсе иртәнге, төшкө, төштән һуңғы, киске аштар һәм йоҡларға ятыр алдынан 1-1,5 сәғәт алда еңелсә ризыҡланыу.
Туҡланыуҙы ойошторғанда сәләмәтлек торошон, сирҙәрҙе, физик көсөргәнеште, эшмәкәрлек төрөн иҫәпкә алыу шарт.
Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: