Рәсәйҙә автомобилселәрҙең документтарын тикшереү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе.
Рәсәй Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә мотлаҡ күрһәтә торған документтар исемлегенә төҙәтмәләр индерелде һәм үҙ көсөнә инде. Хәҙер электрон ОСАГО полисы алғандарҙың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә ҡағыҙҙа баҫылғанын да, шулай уҡ электрон мәғлүмәтте лә күрһәтеү мөмкинлеге бар. Бынан тыш, полиция хеҙмәткәрҙәре автоматлаштырылған системаға һорау ебәреп, страховка килешеүенең барлығын-юҡлығын да тикшерә ала.
Ҡайһы бер эксперттар фекеренсә, был яңылыҡ водителдәрҙең тормошон еңеләйтә, сөнки мәғлүмәт биреүсе ҡағыҙҙарҙы үҙең менән йөрөтмәҫкә мөмкин. Икенселәр был хәл бәйләнеш насар булған юлдарҙа полисты электрон базала тикшергәндә полицейскийҙарҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырасаҡ тип иҫәпләй.