+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2020, 18:30

«Ҡыш бабайға хат» республика проекты сиктәрендә мең ярым бала Өфөнөң төп шыршы байрамына эләгә

Быйыл Ҡыш бабайға өс меңгә яҡын хат килә

Ҡала мәҙәниәт һарайында улар өсөн сәхнәләштереүҙәр ҡуйыла, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә, фотозоналар эшләй.
Һәр бер хаттан йылы бөркөлә. Малай-ҡыҙҙар шиғри юлдар, сағыу һүрәттәр аша 2019 йылда башҡарған изге эштәренә йомғаҡ яһаған. «Ҡыш бабайға хат» республика проектында бигерәк тә ишембайҙар әүҙемлек күрһәткән. Ата-әсәләр йәшермәй, хат яҙыуға улар ҙа үҙ өлөшөн индерә.
Быйыл Ҡыш бабайға өс меңгә яҡын хат килә, уларҙың күбеһе электрон почта аша ебәрелгән. Акцияла өс йәштән алып 15 йәшкәсә балалар ҡатнаша. Изге эштәр хаҡында һөйләү бер - әкиәт персонажының серле хеҙмәте балаларға төрлө һынауҙар ҙа ойоштора. Әйтәйек, үҫмерҙәргә еңеү яулар өсөн ауыл, ҡала өсөн мөһим социаль проекттар тормошҡа ашырырға тура килә.
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған мең ярым баланы сәләмләп, Яңы йыл тамашаһына саҡырҙы. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән, бергәләп бейеү, йырлау һәр кемдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Хат яҙған һәр малай-ҡыҙға тәмлекәстәр тапшырылды. Башҡарылған изге эштәргә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
«Ҡыш бабайға хат» проектында ҡатнашыусылар араһында туҡһан бала еңеүсе тип таныла. Уларға бағыусыларҙан иҫтәлеккә бүләктәр тапшырыла. Ә инде Бөйөк Устюг Ҡыш бабайынан Грамота алыу – үҙе бер ғорурлыҡ.
Проект республика кимәлендә 2003 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә Ҡыш бабайҙың почтаһына 89 меңдән ашыу хат килгән. Ә был ике йөҙ меңгә яҡын изге һәм файҙалы эш башҡарылған тигәнде аңлата.
Өфө ҡалаһы үҫеше йәмәғәт фонды Ҡыш бабайҙың серле хеҙмәте менән берлектә проектты дауам итергә йыйына. Төп маҡсат – үҫеп килгән быуынды мәрхәмәтлеккә, шәфҡәтлеккә өйрәтеү. Әйткәндәй, Өфөнөң төп шыршы байрамына эләккән балалар киләһе йылда ла осрашырға вәғәҙәләште.
Читайте нас: