+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 18:40

Ҡышҡы селлә башланды

Йылыраҡ кейенегеҙ, сәфәргә сыҡҡанда һаҡ булығыҙ!

8 ғинуарҙа ҡышҡы селлә башланды. Ул ҡырҡ көн бара һәм 18 февралдә генә тамамлана.
Йылдың иң һыуыҡ осоронда, халыҡ һынамыштарына ҡарағанда, ни бары бер көн генә бөтөн сифаттары буйынса селләнең үҙенә тура килә икән.
Селлә башланғанын тышҡа сыҡҡан һәр кем тойғандыр.
Бөгөн йылыраҡ кейенегеҙ, сәфәргә сыҡҡанда һаҡ булығыҙ!
8 ғинуарҙа аяҙытҡанда һауа температураһы - 20 градусҡа тиклем барып етеүе мөмкин тип хәбәр итә Башгидромет.
Көндөҙ бер аҙ ҡар яуасаҡ, ҡайһы бер урындарҙа боҙлауыҡ көтөлә.
Иртәгә, 9 ғинуарҙа иһә шулай уҡ ҡар яуасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ -8, -13 градус, аяҙытҡанда -18, көндөҙ -6, -11 градус һыуыҡ.
Фото: etosibir.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: