+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2020, 18:05

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада башланды

Еңеүселәре 11 ғинуарҙа билдәле була

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатында уҙған бәйгелә муниципаль этап еңеүселәре ҡатнаша. Олимпиадаға республика район-ҡалаларынан, шулай уҡ милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙән 9-11 кластарҙан 400-гә яҡын уҡыусы килгән. Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров һөйләй.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада менән бер үк мәлдә башҡа туған телдәр буйынса ла ярыштар үтә. Татар, мари, сыуаш, удмурт телдәре буйынса алдынғы уҡыусылар бәйге тота.
Олимпиада еңеүселәре 11 ғинуарҙа билдәле була.
Читайте нас: