+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2020, 19:00

Оҙон юлда ял иткәндән һуң...

Юл йөрөү ҡағиҙәләренә ҡайһы бер төҙәтмәләр индерелде


Юл йөрөү ҡағиҙәләренә ҡайһы бер төҙәтмәләр индерелде. “Хәүефһеҙ юлдар” милли проекты сиктәрендә хәҙер йөк машиналары һәм автобустар менән идара итеүсе водителдәр туҡтап ял итергә тейеш.
Был яңылыҡ 3,5 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы автомобилдәр менән идара итеүселәргә ҡағыла.

Водителдәргә тәүлегенә туғыҙ сәғәт кенә руль артында барырға рөхсәт ителә. Юлға сығыуға 4-5 сәғәт үтеүгә 45 минут ял итеп алырға тейеш булалар.

Водителдәр тәүлегенә 11 сәғәт тыныс ял итергә тейеш. Әгәр 4-5 сәғәт үтеүгә туҡтап ял итеү мөмкинлеге булмаһа, ул тағы 1-2 сәғәт бара ала. Аҙаҡ махсус эшләнгән уңайлы туҡталҡаға туҡтап, ял итергә тейеш, тип теркәлгән был документҡа.

"Был ҡарар юлдарҙа хәүефһеҙлекте арттырырға ярҙам итер. Водителдәр арыған булыу сәбәпле, йыш ҡына юл һәләкәттәре килеп сыға. Хәҙер автоматлаштырылған дистанцион ысул менән уларҙың ҡасан юлға ҡуҙғалыуын, күпме ваҡыт юлда булыуын, ҡасан ял итергә тейешлеген билдәләп буласаҡ”, – тип аңлаталар министрҙар кабинеты сайтында.
РФ Транспорт министрлығында белдереүҙәренсә, ҙур йөк машиналары һәм автобус водителдәре тарафынан йылына 16 мең юл һәләкәте теркәлә икән.
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: