-24 °С
Ясно
Антитеррор
Все новости
Новости
9 Января 2020, 18:40

Республика юлдарында 150 фотовидеотеркәү комплексы ҡуйылды

Тиҙлек режимын боҙоуҙарҙы теркәй

Башҡортостан юлдарында 2020 йылға планлаштырылған 609 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик фотовидеотеркәү комплексының 150-һе ҡуйылды.
«Тәүге 150 комплекс Әбйәлил, Ауырғазы, Бөрө, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дүртөйлө, Илеш, Туймазы, Учалы, Шишмә, Яңауыл райондарында, шулай уҡ Нефтекамала һәм Ағиҙелдә эшләй. Уларҙың бөтәһе лә тиҙлек режимын боҙоуҙарҙы теркәй», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Ҡалған 459 комплексты бөтә ерҙә лә 2020 йылдың 1 майына тиклем файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
2017 йыл менән сағыштырғанда, ошо проект ярҙамында республикала юл фажиғәләрендә үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү планлаштырыла. Бынан тыш, проект юлдарҙа юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлгән урындарҙы ике тапҡырға кәметеүҙе күҙ уңында тота.
Читайте нас в