+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2020, 18:15

Тюбингта шыуғанда һаҡ булығыҙ!

Тауҙан шыуғанда бер бабай үлгән

Өфөлә үтә күңелһеҙ хәл теркәлде - "Трамплин" туҡталышы янындағы тауҙан шыуғанда бер бабай үлгән. Бының турала ҡотҡарыусыларға һылтанма яһап, "Вести-Башкортостан" хәбәр итә.
Бабай ейәнсәре менән тюбингҡа ултырып шыуған. Улар бергәләшеп ағасҡа бәрелгән. Өлкән кеше йән биргән - аҙаҡ табиптар унда миокард инфарктын асыҡлаған. Ҡыҙ бала иһә йәрәхәттәр алған, уны дауаханаға оҙатҡандар.
Әйтрегә кәрәк, баш ҡалала йылдың тәүге ете көнөндә тыйылған урындан шыуған туғыҙ кеше төрлөсә йәрәхәтләнгән.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас: