+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 12:15

Башҡорт телен иң яҡшы белгән уҡыусы кем булыр?

Олимпиада башланды

Бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды. Быйыл сара 32-се тапҡыр уҙғарыла.
8-11 класс уҡыусылары араһында иң яҡшы тел белеүселәр республикабыҙҙан ғына түгел, ә башҡорттар күпләп йәшәгән Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән дә йыйылған. Уларҙы БР мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сәләмләне һәм бәйгелә уңыштар теләне.
Олимпиадала ҡатнашыусылар өс һынау аша үтәсәк – инша яҙыу, викторина һорауҙарына һәм телдән яуап биреү. Ярыш 11 ғинуар тамамланасаҡ.
Сараны БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Мәғарифты үҫтереү институты, Башҡорт дәүләт университеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойоштора.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиада Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының 2019-2020 уҡыу йылында үткәреләсәк олимпиадалар, интеллектуаль һәм ижади конкурстар исемлегенә индерелгәйне.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас: