+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 13:10

Башҡортостанда табиптарҙың күсмә бригадалары эше дауам ителә

Эш графигы раҫланған

Яңы йылда Башҡортостанда табиптарҙың күсмә бригадаларының ҡалалар һәм райондар буйлап эше дауам ителә. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ойоштороу-методик һәм консультация ярҙамы күрһәтеү өсөн бригадаларҙа нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, колопроктолог, гинеколог-репродуктолог, гастроэнтеролог, пульмонолог, оториноларинголог, шулай уҡ өлкәндәр һәм балалар кардиологы, невролог, эндокринолог, офтальмолог эшләй.
Бөгөнгә 2020 йылда бригадаларҙың түбәндәге эш графигы раҫланған:
— 13-17 ғинуарҙа Октябрьскийҙың 1-се ҡала дауаханаһында;
— 19-25 ғинуарҙа Сибай ҡалаһында;
— 27-31 ғинуарҙа Салауат ҡалаһында;
— 3-7 февралдә Стәрлетамаҡтың 1-се клиник дауаханаһында;
— 10-14 февралдә Нефтекама ҡалаһында;
— 17 -21 февралдә Ағиҙел ҡалаһында;
— 23-29 февралдә Туймазы районында;
— 1-7 мартта Учалы районында;
— 9-13 мартта Яңауыл районында;
— 16-20 мартта Дәүләкән районында;
— 23-27 мартта Благовещен районында.
Читайте нас: