Уны "Реальное время" баҫмаһы әҙерләгән. Рейтингта беренсе урында - Республика Башлығы Радий Хәбиров. Эскперттар төбәк етәксеһенең эшмәкәрлеген ыңғай баһалай, халыҡ тормошон яҡшыртҡан программаларҙы айырым билдәләй.
Исемлектә икенсе урында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, артабан беренсе вице-премьер Андрей Назаров урынлашҡан. Тәүге унау исемлегендә "Башинформ" директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов, Өфө мэры Өлфәт Мостафин, республика башлығы ҡатыны Каринэ Хәбирова күрһәтелгән.