+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 14:20

Cүп-сар майҙансыҡтарында парковка өсөн штраф тураһында закон үҙ көсөнә инде

Ашығыс эштәр башҡарған хеҙмәттәрҙең автомобилдәренә ҡағылмай

Башҡортостанда контейнер майҙансыҡтарында, ҙур габаритлы ҡалдыҡтарҙы һаҡлау өсөн майҙансыҡтарҙа, күрһәтелгән майҙансыҡтар алдында һәм сүп-сар ҡабул итеү камералары биналарына ингән ерҙә парковка өсөн штраф һалыуҙы күҙ уңында тотҡан закон үҙ көсөнә инде.
Автомобилселәр — 1-2 мең һум, вазифалы кешеләр — 5-10 мең һум, юридик берәмектәр 20-30 мең һум түләргә тейеш. Ҡабаттан боҙған өсөн граждандарға — 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә — 15-20 мең һум, юридик берәмектәргә — 35-50 мең һум штраф.
Закон идара итеүсе компанияларҙың, коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың республика парламентына күп һанлы мөрәжәғәттәре йомғаҡтары буйынса әҙерләнде һәм ҡабул ителде, тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Штрафтар контейнер майҙансыҡтарын эксплуатациялау менән шөғөлләнгән, халыҡтың йәшәүен тәьмин итеү объекттарында авариялы һәм башҡа ашығыс эштәр башҡарған хеҙмәттәрҙең автомобилдәренә ҡағылмай.
Читайте нас: