Ҡалала йәшәүселәр йорттарындағы шыршыларҙы махсус ҡабул итеү пункттарына тапшыра ала. "Акция йыл һайын уҙғарыла. Уның төп маҡсаты - ҡала халҡының иғтибарын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына йәлеп итеү, шыршыларҙы икенсел сеймал сифатында ҡулланыу мөмкинлектәрен асыу", - ти ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Марсель Байдәүләтов.