Эҙләүҙе ҡотҡарыусылар туҡтатҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың хеҙмәткәрҙәре башҡа был ғаиләне эҙләмәйәсәк.
Шул уҡ ваҡытта эҙләүҙе башҡа ведомство ағзалары дауам итә. Улар – Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре, полиция һәм "Росгвардия" вәкилдәре.
Быға тиклем ҡотҡарыусылар ғаиләне бик әүҙем эҙләгәйне. Ноябрь буйына водолаздар Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары төптәрен тикшерҙе. Ҡотҡарыусылар бик ҙур биләмәләре ҡарап сыҡты, тик Мазовтарҙың эҙенә төшә алманы. Ғаилә һыуға батмағандыр тигән фараз яһалды.
Полицияға килгәндә, ул эҙләүҙе дауам итә. Хатта Артем менән малайҙарҙың ҡайҙалығын белгән кешегә 500 мең һумлыҡ награда ла вәғәҙәләнеләр. Тәфтиш комитеты вәкилдәре лә эҙләүҙе туҡтатманы. Улар октябрь аҙағында уҡ “Үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡайны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Артем менән алты һәм һигеҙ йәшлек улдары 26 октябрҙә өйҙәренән сығып китте һәм әлегә тиклем уларҙың ҡайҙалығы билдәле түгел. Ғаиләне ирекмәндәр ҙә эҙләүҙе дауам итә.