+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 19:20

Ни өсөн быйыл ҡыш йылы?

Йылы торасаҡ әле

Шунан, быйылғы ҡышҡа өйрәнеп буламы? Уның уртаһы етһә лә, һаман сатлама һыуыҡтар булғаны юҡ әле. Был беҙҙең яҡ ҡышы өсөн хас булмаған күренешкә синоптиктар аңлатма тапҡан. Баҡһаң, юғары баҫым зонаһы, йәки “себер максимумы” формалашмаған икән. Шуға күрә бөтә ил биләмәһендә аномаль йылы ҡыш күҙәтелә. Был урала Рәсәй Гидрометеорология хеҙмәте белгесе Юрий Варакин хәбәр итә.
“Был юғары баҫым зонаһы әле һаман урынлашмаған һәм киләһе ун көндә лә булмаясаҡ. Ғәҙәттә, ул йылдың ошо ваҡытында көнбайыш һәм көнсығыш Себер, Красноярск крайы һәм Якутия өҫтөндә формалаша торған ине. Тап ошо зона йылыны “тота” һәм һыуыта. Был һыуыҡ аҙаҡ Урал менән үҙәк Рәсәй биләмәләренә тарала”, – тине Юрий Варакин.
Белгес һүҙҙәре буйынса, быйыл антициклон Монголия менән Ҡытайҙың төньяҡ-көнбайыш сигендә тора, шулай уҡ Бүрәт Республикаһының көньяғы менән Байкал аръяғының көньяғында урынлашҡан. Шуға күрә бар һыуыҡ Себергә түгел, ә Канада менән Аляскаға китә, унда әле –30 градус һыуыҡ.
Күренеүенсә, ҡыш йылы торасаҡ әле.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: