+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 13:25

Рәмил Шәмсетдинов ғәфү үтенгән

Дүрт ай ғына хеҙмәт итеп өлгөргән

Байкал аръяғы крайында һигеҙ һалдат һәм офиҙерҙы атып үтергән Рәмил Шәмсетдинов хат яҙып, социаль селтәрҙә һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата- әсәләренән ғәфү үтенгән.
«Үҙемде тыя алмайса был аҙымға барғаным өсөн ғәфү үтенәм,әммә минең башҡа сарам юҡ ине. Һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә килгән ҡайғыны уртаҡлашам һәм әгәр булдыра алһағыҙ, мине ғәфү итеүегеҙҙе үтенәм», – тиелгән хатта.
Егет әрмелә дүрт ай ғына хеҙмәт итеп өлгөргән була. Тәүге көндә үк олораҡ хеҙмәттәштәре уның аҡсаһын һәм телефонын тартып ала. Һалдатты төрлөсә ҡыйырһыталар. Егет ҡарауылда үҙен йәберләүселәрҙе атып үлтерә. Часта «дедовщина» күренештәре булыуын уның бер хеҙмәттәше лә раҫлаған.
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: