+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 18:40

Рәсәйҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре хаҡын арттырған өсөн штраф һалыуҙары ихтимал

Штраф күләме әлегә билдәле түгел

Ресурс менән тәьмин иткән ойошмаларға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре хаҡын арттырған өсөн штраф һалыуҙары ихтимал. Хөкүмәт Дәүләт Думаһына ошондай закон проектын индерергә ниәтләй, тип хәбәр итә «Известия».
Торлаҡ кодексының 157-се статьяһына төҙәтмәне күҙ уңында тотҡан документты Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы әҙерләргә тейеш.
Башланғысты 2020 йылдың сентябрендә парламенттың түбәнге палатаһына ҡарауға индереү планлаштырыла. Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, төҙәтмәне Дәүләт Думаһының профилле комитетында ла, барлыҡ фракцияларҙа ла хупларға әҙерҙәр, сөнки хәҙер Торлаҡ кодексында ресурс менән тәьмин иткән ойошмалар өсөн айырым штрафтар юлы юҡ.
Штрафтың күләме тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ.
Читайте нас: