+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 15:30

«Башархив» проекты тураһында

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте тарафынан быйыл булдырылған

«Башархив» проекты (https://basharchive.ru) Башҡортостан Республикаһының Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте тарафынан быйыл булдырылған.
Уникаль архив проекты Өфө губернаһының биш өйәҙе буйынса алып барылған 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу карточкаларын ҡарарға мөмкинлек бирә. Был халыҡ иҫәбен алыу архивтары мәғлүмәттәре Рәсәйҙең тик биш төбәгендә генә һаҡланып ҡалған.
5740 уникаль документ проект ярҙамында һәр кемгә асыҡ буласаҡ. Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында һәр крәҫтиән ғаиләһенә (йортҡа) айырым карточка асылған, документта ошо йортта йәшәүселәрҙең һөйләүҙәре буйынса мәғлүмәттәр тупланған. Был мәғлүмәттәрҙең мөһимлеге шунда, улар совет осоронда иҫәп алыу һорауҙарын сәйәсиләштереүгә тиклем йыйылған.
Карточкаларҙа хужалыҡтарҙың һаны, ғаилә составы, мал һаны һәм төрҙәре, биләгән ерҙәре, ауыл хужалығы өсөн кәрәк-яраҡтары һәм башҡалар тураһында барлыҡ мәғлүмәттәр теркәлгән.
Был кешеләргә үҙҙәренең ата-бабаларының тарихы, уларҙың көнкүреше тураһында төплөрәк белергә ярҙам итәсәк, тимәк, генеологик тикшеренеүҙәргә ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтәсәк.
Әгәр https://basharchive.ru сайтында туғандарығыҙ тураһында мәғлүмәттәр таба алмаһағыҙ, Башҡортостан Республикаһы Милли архивында XIX, XVIII, XVII быуаттарҙағы метрик китаптар, ревизия документтары һаҡланған. Республикала йәшәүсе һәр кем киләсәктә үҙенең ғаиләһенең тарихын өйрәнә ала.
Башархив республика халҡына тарихты яҡшыраҡ өйрәнергә ярҙам итәсәк. Артабан башҡа документтарҙы ла доступҡа ҡуйырға планлаштырылған.
Читайте нас: