+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 14:00

"Бигерәк оҫта уйнайһың инде, балам!"

Уның ысынлап илағанын өләсәһе лә аңламаған

Ҡайһы берәүҙәргә дан бик иртә килә. Мәҫәлән, Өфө малайы Арыҫлан Ҡырымсурин ете йәшендә “Һеңлекәш” фильмында төп ролде – Йәмилде оҫта башҡарып, ил күләмендә халыҡтың һөйөүен яуланы.
Әлбиттә, беҙгә фильмды ҡарауы рәхәт булһа ла, уны төшөргән ваҡытта төрлө хәлдәргә тарый Арыҫлан. Мәҫәлән, һалҡын һыулы Инйәргә сумыу кеүек эпизодтар ҙур сыҙамлыҡ талап иткән. Унан милиция бүлмәһендә башын рәшәткә араһына ҡыҫтырғас, Маратты уйнаған Йософ уны ҡапыл тартып, ҡолағын ауырттырған.
"Мин түҙә алмай ҡапыл ҡысҡырып илап ебәрҙем, - ти малай. - Ә режиссер ағай ауыртыныуҙан илауымды белмәй бит, “текст! текст!” тип ҡысҡыра..."
Фильмға төшкән ваҡытта уның ысынлап илағанын өләсәһе лә аңламаған. “Бигерәк оҫта уйнайһың инде, балам” тип һоҡланып ҡарап торған ул.
Фото: «Бәйләнештә».
Автор: Венер Исхаҡов
Читайте нас: