+28 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 15:10

Елдереп йөрөп алғас, Татарстанға ҡаса

Ҡазанда тотоп кире килтерәләр

Октябрьский ҡалаһында ике ир кибет янында таныша ла, был шатлыҡты береһенең йортона инеп “йыуырға” була.
Хужаның “Мерседес” автомобиле барлығын белгәс, ҡунаҡ ултырып йөрөп килергә һорай. Тегеһе, тәбиғи, рөхсәт итмәй. Һөҙөмтәлә ҡунаҡ был ҡунаҡсыл ирҙе туҡмап ташлай һәм, асҡысын тартып алып, машинаға ултырып сығып та китә.
Бер аҙ елдереп йөрөп алғас, автомобилде ҡала урамында ҡалдыра һәм күрше Татарстанға һыпырта. Полицейскийҙар уны Ҡазанда тотоп кире килтерә.
Ир Баҡалы районының быға саҡлы бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән 22 йәшлек кешеһе булып сыға. Уғры үҙ ғәйебен таный, уға ҡарата енәйәт эше асыла.
Был осраҡта яҡшы белеп тә өлгөрмәгән ирҙе ҡунаҡҡа алып ҡайтырға ашыҡҡан әлеге асыҡ ауыҙ хужаның ҡылығы ла хайран ҡалдыра.
Фото: myautoexp.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: