+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 11:25

Республикала вертолет майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк

Улар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы

Республика перинаталь үҙәге территорияһында эшләп килгән вертолет майҙансығына өҫтәмә рәүештә Башҡортостанда 2020 йылда санитар авиация өсөн тағы ла һигеҙ вертолет майҙансығы булдырыла.
Улар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы барлыҡҡа киләсәк. Яңы майҙансыҡтарҙы Нефтекама, Асҡын, Баймаҡ (Сибай), Стәрлетамаҡ, Белорет, Өфө ҡалаларында, Мәсәғүт ҡасабаһында асыу күҙаллана.
Был хаҡта БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Ул республикалағы демография хәле 10 айҙа үлем осраҡтарының кәмеүе менән характерланыуын билдәләп үтте.
Башкортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, күрһәткес 12 процентҡа кәмегән.
Ошо айҡанлы, 2019 йылда дарыуҙар менән льготалы тәьмин итеүҙе финанслау 28 проценттан артҡан. Был маҡсатҡа бюджеттан 390 млн һум аҡса бүленгән. Медицинаға эшкә яңы кадрҙар килгән, табиптар һәм фельдшерҙар һаны 453-кә артҡан.
Республика райондарында балалар поликлиникалары асылды, республика онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә төҙөлә.
Беҙҙең районда балалар поликлиникаһы өсөн яңы бинала ремонт бара, ул берҙәм дауахана ҡаласығында урынлашасаҡ. 2019 йылдың декабрендә дәүләкәндәр күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты алды, ул район ауылдары халҡын ҡабул итә башланы.
Читайте нас: