+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 14:35

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙәр ҡайтанан ҡарала

Йылылыҡ өсөн артыҡ түләү килгән

Республикала ҡайһы бер күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәргә йылылыҡ өсөн артыҡ түләү килгән. Ошо сәбәпле халыҡтан ялыуҙар күп. Квитанцияларҙа ҙур сумма күрһәтелгән. Был мәсьәлә бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә ҡаралды. Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙағы 400-ҙән ашыу күп ҡатлы йортта йәшәүселәргә 66 миллион ярым һумлыҡ өҫтәп иҫәпләнгән сумма килгән.
“Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәре” компанияһы артыҡ түләүҙәрҙе ҡайтанан тикшереп сығырға ҡарар иткән. Өс ай дауамында белгестәр һәр йортҡа барырға ниәтләй. Вице-премьер – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев аңлатма бирә.
Әйткәндәй, республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн льгота бирелә. Компенсация ветерандар, инвалидтар, күп балалы ғаиләләр һәм мохтаждарға тәғәйенләнә.
Читайте нас: