-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 14:25

Уҡытыусыларға эш хаҡы түләү тәртибе үҙгәрә

Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр әҙерләнә

Рәсәй Мәғариф министрлығында Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр әҙерләнә. Был турала ведомство етәксеһе Ольга Васильева белдерҙе. Эш хаҡы фондының 70 проценты окладҡа бәйле була, ҡалғаны төрлө өҫтәмәләрҙән туплана. Әле бөтә төбәктәрҙә лә ошондай тәртип һаҡланмай.
Бынан тыш, уҡытыусыларҙы артыҡ ҡағыҙ мәшәҡәттәренән бушатыу мөмкинлеге өйрәнелә. Педагогтар дүрт документ – фән буйынса эш программаһы, календарь-тематик план, электрон журнал һәм көндәлекте генә тултырырға тейеш.
Читайте нас: