Ямалетдин исемле яңғыҙ атай (Джамалиддин Хәмидов) Башҡортостанда совет осоронан алып йәшәй, бер үҙе ике малайҙы тәрбиәләп үҫтерә. Әсәләре – сит ил кешеһе, бынан өс йыл элек, балаларын атаһына ташлап, йорттан сығып китә. Ир кеше Пенсия фондына Әсәлек капиталы юллап мөрәжәғәт итеп ҡарай, әммә уға ҡаршы төшәләр. Ни өсөн?
Тажикстанда тыуып үҫкән егет 1984 йылда комсомол путевкаһы менән Башҡортостанға килә, Нефтекамала уҡый. 1989 йылда тыуған яғына ҡайта һәм СССР тарҡалғандан һуң йәнә илебеҙгә килә. 2000 йылда Рәсәй гражданлығы ала. Бер нисә йылдан һуң Мәрүфәғон исемле ҡыҙға өйләнә, ике улдары – Азиз һәм Әмир - донъяға килә.
Ямалетдиндың әйтеүенсә, ҡатынына Рәсәй гражданлығын алырға тура килмәй. Ул “паспорт булмағас, был илдә йәшәмәйем” тип ҡайтып китә.
2018 йылдың мартында никахтары тарҡатыла. Суд ҡарары буйынса балаларҙы тәрбиәгә атайға бирәләр. Ҡатындың әсә булыуҙан баш тартҡаны тураһында документ та бар.
"Өс йыл буйы улдарымды бер үҙем тәрбиәләйем. Бер ҡасан да дәүләттән ярҙам һорағаным булманы. Һәр ваҡыт эшләнем, ҡуртымға фатир һәм бала ҡараусы алырға аҡсам булды. Операция яһатҡан 2018 йыл ауырға тура килде, шунан етди уйлана башланым: бер-бер хәл булһа, балаларым ни эшләр? Ошоғаса үҙ өйөбөҙ ҙә юҡ. Башҡортостан – минең икенсе тыуған йортом. Беҙ улдарым менән Яңауылда теркәлгәнбеҙ, шунда ныҡлап төпләнергә ине", - ти ир.
Ямалетдин Пенсия фондына дәүләт ярҙамына хоҡуғынан файҙаланыу буйынса мөрәжәғәт итеп ҡарай. Прокуратура ла иргә ярҙам итеүҙән баш тарта.
"Пенсия фонды белгестәре ир кешенең Әсәлек капиталынан файҙаланырға хоҡуғы юҡ тип бара. Был бит – дискриминация! Мин рәсми рәүештә эшләйем, һалым түләйем. Балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлығы, страховка полистары, СНИЛС, ИНН кеүек бөтөн документтары бар. 18 йәш тулһа, армияла хеҙмәт итеү бурысы килеп тыуасаҡ. Тимәк, улдарым илгә хеҙмәт итергә тейеш, ә дәүләт ярҙамына хоҡуҡтары юҡ тигән һүҙ!" - тип аптырай атай.
Хәҙер был хәлгә ҡарата юристарҙың ҡарашын беләйек.
"Атай кеше дөрөҫ фекер йөрөтә. Әсәнең ниндәй ил гражданы булыуы мөһим түгел, атай ҡулында судтың ҡатындың әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеүе тураһында документ бар. Ә закон буйынса, берҙән-бер икенсе һәм артабанғы балаларҙы уллыҡҡа алған ирҙең дәүләт ярҙамына хоҡуғы бар. Тағы бер шарт: ир бығаса ошо хоҡуҡтан файҙаланмағаны тураһында Пенсия фондынан белешмә алырға тейеш. Был мәсьәлә судта хәл ителә", - тигән аңлатма биргән юрист Роман Петров Ufa.ru порталында.
Ғөмүмән, ошондай ҡапма-ҡаршылыҡлы хәлдәр тормошта осрап тора, хоҡуҡтарыңды яулау өсөн дә ҡайһы саҡ көрәшергә тура килә.