+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 16:30

"Арзан билеттар!"

Дондағы Ростов ҡалаһына осорға уйлаған булған

Өфөлә йәшәүсе ҡатын интернет аша мутлашҡандарҙың тоҙағына эләккән.
Ул балаһы менән Дондағы Ростов ҡалаһына осорға уйлаған булған, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Ҡатын осһоҙ билеттар һатылған сайтҡа барып юлыға. Кәрәкле мәғлүмәт тултырып, билеттарға заказ бирә һәм күрһәтелгән иҫәпкә 19 мең һум аҡсаһын кусерә.
Ундағы мәғлүмәт буйынса, билеттарҙы ҡатын электрон формала алырға тейеш була. Ләкин бөгөнгәсә уға бер ни ҙә ебәрмәгәндәр. Был мутлыҡ осрағы буйынса енәйәт эше асылған.Хоҡуҡ һаҡлаусылар билеттарҙы тикшерелгән сайттарҙан ғына һатып алырға кәңәш итә. Заказ бирер алдынан сайтты ныҡлап өйрәнергә, теркәлгән ваҡытын һәм рейтингын ҡарарға, шулай уҡ икенсе клиенттарҙың фекерҙәрен уҡырға кәрәк.
Арзан билеттар һатылған интернет-сайттарҙан һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртә Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: Proural.info
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: