-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 17:25

Башҡортостанда Яндекс.Такси һуғыш ветерандарын һәм инвалидтарын бушлай йөрөтә башлай

Бер юл йөрөү хаҡы 250 һумдан артмаҫҡа тейеш

Тиҙҙән Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында Яндекс.Такси Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарын, шулай уҡ Ленинград блокадаһында ҡалғандарҙы һәм концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡондарын бушлай йөрөтә башлай. Ошо аҙнала Өфөлә тейешле килешеүгә ҡул ҡуйыла, тип хәбәр итте республика хөкүмәте президиумы ултырышында вице-премьер Ленара Иванова.
«Дөйөм алғанда, бөтәһе 1345 кеше. Уларҙың 841-е һуғышта ҡатнашҡан, 300 Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 102 блокадалы Ленинградта йәшәүсе һәм концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған 102 тотҡоно. Һәр береһе айына дүрт тапҡыр Яндекс.Такси хеҙмәттәре менән бушлай файҙалана ала. Бер юл йөрөү хаҡы 250 һумдан артмаҫҡа тейеш. Йәнә ҡабатлайым: был бушлай һәм тотош республикала», — тип һөйләне Ленара Иванова «Башинформ» агентлығына.
Вице-премьер һүҙҙәренсә, таксиҙа йөрөүҙе алдан планлаштырырға кәрәк. Киләһе аҙнала Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә бының өсөн махсус телефон номеры бүленә. Ветерандарға ошо номерға шылтыратып әйтеү генә талап ителә. Оператор был мәғлүмәтте Яндекс.таксиға тапшыра.
«Идара итеү – беҙҙән. Бөтә ерҙә лә ғаризаларҙы хеҙмәткәр урынлаштыра. Тиҙҙән был проект үҙ эшен башлай», — тип өҫтәне Ленара Иванова.
Читайте нас: