Ағымдағы йылда 5-се гимназия «Һанлы мәғариф мөхите» милли төбәк проектында ҡатнашты. Уның сиктәрендә уҡыусылар өсөн 30 планшет, уҡытыусыларға һәм етәкселеккә ноутбуктар, интерактив панелдәр алынды. Проектта ҡатнашыу өсөн 5-се гимназия һайланыуы осраҡлы түгел. Күпселек педагогтар үҙ эшендә төрлө һанлы йыһаздар: компьютерҙар, проекторҙар, интерактив таҡталар ҡуллана, мессенджерҙар, социаль селтәрҙәр менән файҙалана һәм улар ярҙамында ойоштороу эштәрен хәл итә, уҡыусыларға мәғлүмәт, өйгә эштәрен һәм өҫтәмә материалдар ебәрә, аралашыу өсөн ҡуллана.
Инде бер нисә йыл «Учи.ру» порталында, «ЯКласс» уҡытыу сервисында педагогтар һәм уҡыусылар әүҙем эш алып бара. Башланғыс звено уҡытыусылары икенсе йыл «Яндекс.Учебник» уҡытыу порталын үҙ эшендә ҡуллана. 9-сы класс уҡыусылары «ОРФО-9» орфография грамоталылығын арттырыу программаһында ҡатнаша, юғары класс уҡыусылары «Решу ОГЭ и ЕГЭ» порталын ҡулланып имтихандарға әүҙем әҙерләнә.
Хәҙер уҡытыусылар балалар менән берлектә йыһаздарҙың мөмкинлектәрен өйрәнә. Физика уҡытыусыһы Галина Серикова әйтеүенсә: «Физика, химия фәндәре ҡатмарлыларҙан һанала, бында ярҙамға яңы техника килә. Уларҙы ҡулланып, уҡыусыларға динамика күренештәрен күрһәтергә, төп миҫалдарға иғтибарҙарын йүнәлтергә, виртуаль лабораторияла төрлө ҡатмарлыҡтағы эксперименттар үткәрергә мөмкин. Ошонда уҡ физик күренештәр араһындағы бәйләнештәр графигын төҙөргә, уларға анализ үткәрергә һәм шул күренеште ғәмәлдә нисек ҡулланып булыуы тураһында видео ҡарарға була».
Уҡытыусылар Светлана Спивак һәм Наталья Лапшина педагогик эшмәкәрлеккә яңы технологиялар индереү буйынса махсус курстар үтте һәм ҡатнаш белем биреү төрҙәрен дәрестәрендә уңышлы ҡуллана башланы. Светлана Николаевна яңы технологиялар хаҡында һөйләгәндә, уларға ҡарата уҡытыусыларҙың да педагогик эшмәкәрлеккә мөнәсәбәтен үҙгәртеү кәрәклеге тураһында былай ти: «Беҙ үҙебеҙ ҙә балалар менән бергә үҙгәрергә тейешбеҙ. Бының өсөн ни кәрәк һуң? Яңы нәмәләр өйрәнеү».
Наталья Викторовна әңгәмәне дауам итеп: «Заманса техника балаларҙы эшкә әүҙемерәк йәлеп итеү мөмкинлеге бирә. Уҡыусыларҙың бер төркөмө проект эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгәндә, икенселәре шәхси нетбуктарҙа «Отличник» ҡушылмаһында йәки «Яндекс.Учебник» порталында төрлө мәсьәләләр сисә», - ти.
Киләһе йылда ҡаланың һәм райондың бөтә мәғариф учреждениеларын ҙур эштәр көтә. Федераль программалар буйынса заманса комьютерҙар менән йыһазландырылған мәктәптәр һаны яйлап артасаҡ. Ә был инде бөгөнгө көндә уҡытыусыларҙан үҙ эшмәкәрлегенә һанлы йыһаздар мөмкинлеген файҙаланған технологияларҙы әүҙемерәк индереүҙе талап итә.