+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 14:00

Йыл башынан ветерандарға айлыҡ түләүҙәр артты

Хеҙмәт ветерандарына айлыҡ түләүҙәр арта

Шулай уҡ сәйәси золом ҡорбандарына, реабилитацияланыусыларға, тыл хеҙмәткәрҙәренә, хеҙмәт ветерандарына айлыҡ түләүҙәр күләме арта.
Пенсия документында ветеран өҫтәмә кенгәһе яҙмаһы булған оҙайлы хеҙмәт стажына эйә булған граждандарға айлыҡ түләүҙәр 146 һумдан 200 һумға тиклем артасаҡ тип белдерәләр Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.
Роза Кузьменко, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте: “Айлыҡ түләүҙәр сәйәси золом ҡорбандарына -600, реабилитацияланыусыларға – 700, тыл хеҙмәткәрҙәренә – 450, хеҙмәт ветерандарына- 400 һум тәшкил итәсәк”.
Читайте нас: