Быйыл, белеүебеҙсә, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. Шул айҡанлы Өфө ҡалаһында герой исеме менән аталған урамдар тотош ремонтланасаҡ. Бәләкәйҙән үк барыбыҙҙың да яратҡан яҙыусыларыбыҙҙың береһенән һаналған яҙыусы-фронтовик Мостай Кәрим урамы ла яңырыш кисерәсәк.