0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 12:30

Көнкүреш газы шартлаған

Икенсе ҡатта түшәм емерелгән

15 ғинуарҙа иртән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының Кризислы хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенең оператив-дежур сменаһына Өфө ҡалаһының Пекин урамындағы 16-сы йортта стенаның емерелеүе тураһында хәбәр килгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Көнкүреш газы шартлауы арҡаһында икенсе ҡатта түшәм емерелгәне асыҡланған.
28 кеше үҙ аллы эвакуацияланған, 3 кеше йәрәхәтләнгән. Конструкцияларҙы һүтеү эштәре бара. Шәхси составтан 36 кеше һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән. Артабанғы мәғлүмәт аныҡлана.
Читайте нас: