+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 15:55

Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы

Түләүгә үҙгәрештәр индерелә

2018 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы Башлығының «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙамды камиллаштырыу буйынса саралар тураһында» ғы 259-сы Указына ярашлы, республика территорияһында йәшәгән, йән башына айлыҡ килеме йәшәү минимумы кимәленән артмаған ғаиләләрҙә 2017 йылдың 31 декабренән һуң тыуған өсөнсө һәм унан һуңғы балаларға (өс йәшкә тиклем) 8993 һум күләмендә айлыҡ аҡсалата түләүҙәр ҡаралған.
РФ Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 ноябрендәге «Граждандарҙы социаль яҡлау дәүләт программаһына үҙгәрештәр индереү тураһында» 1559-сы ҡарар ҡабул ителеүе һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ҡайһы бер акттары көсөн юғалтыуы айҡанлы, 2020 йылдың 1 ғинуарынан ошо түләүгә үҙгәрештәр индерелә.
Айлыҡ уртаса килеме Башҡортостан Республикаһында икенсе квартал өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы күләменән ике тапҡырҙан артмаған ғаиләләр айлыҡ аҡсалата түләү алырға хоҡуҡлы (2020 йылда – 20868 һум).
Хәҙерге ваҡытта бындай түләү йән башына айлыҡ килеме балалар өсөн тәғәйенләнгән (9548 һум) йәшәү минимумы күләменән артмаған ғаиләләргә бирелә.
Читайте нас: