+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 11:15

Балалар пособиеһы оҙайтыла

«Әсәлек капиталы» беренсе балаға биреләсәк, ә ай һайын түләнә торған балалар пособиеһы ете йәшкә тиклем оҙайтыла

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһен тулыһынса социаль сәйәсәт йүнәлеше тип әйтергә мөмкин. Ил башлығы сығышының шаҡтай ҙур өлөшө балалыҡ һәм әсәлекте яҡлау, киләсәк быуынды тәрбиәләү, демографияны яҡшыртыуға арналды.
Атап әйткәндә, Владимир Путин «Әсәлек капиталы»н беренсе бала тыуғанда ла бирергә ҡарар итте. Әле уның күләме 466 мең һум. Ә инде икенсе бала тыуһа, дәүләт ярҙамы 616 617 һум тәшкил итәсәк. Тыуымды арттырыу өсөн күрелгән саралар бының менән генә сикләнмәй. Өсөнсө бала тыуған осраҡта дәүләт алынған ипотеканың 450 мең һумын ҡаплай. Ә инде ай һайын бирелә торған пособиены ете йәшкә тиклем оҙайтыу ҡарала. Был белдереүҙәрҙе Радий Хәбиров мөрәжәғәтнамәнең иң һөйөнөслө һәм гуманлы элементтары тип билдәләне.
Балаларҙы оло тормошҡа әҙерләүселәр ҙә дәүләт ярҙамына мохтаж, тине мөрәжәғәтнамәһендә Владимир Путин. Мәктәптәрҙә синыф етәкселәре тап ошо үтә лә мөһим миссияны үтәй. Ил башлығы был йөкләмәне алыусы уҡытыусыларға биш мең һум күләмендә өҫтәмә аҡса түләргә ҡушты.
Мөрәжәғәтнамәлә халыҡ сәләмәтлеге, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен камиллаштырыу, медицина ярҙам сифатын яҡшыртыуға ла ҙур иғтибар бирелде. Быйылдан илдә дауалау учреждениелары, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ремонтлау, йыһазландырыу эше башлана. Был күләмле проектты күҙәтеү «Дөйөм халыҡ фронты»на йөкмәтелә. Тап шуның өсөн дә йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәренә мөрәжәғәтнамәне бергә тупланып ентекле ҡарау ҡушылған.
Читайте нас: