Сибайҙа бер йылда 11 медицина хеҙмәткәре эштән киткән. Күгәрсен районында - 8, Стәрлетамаҡ, Белорет, Бәләбәйҙә - 6, Салауат, Миәкә, Ҡалтасы райондарында һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында быйыл 5 табипҡа аҙыраҡ эшләй.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан аңлатыуҙарынса, йәш белгестәр Өфө дауаханаларында эшләргә теләй. Ҡытлыҡ ошоға бәйле. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн республикала махсус программалар эшләп килә. Ауыл еренә барған йәш табиптарға миллион, фельдшерҙарға 500 мең һум бирелә.