Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө районында тыуып үҫкән 20 йәшлек егет ялан күнекмәләре ваҡытында токка һуғылып һәләк була. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тикшереү эштәре әле лә дауам итә. Был ваҡиға тураһында яңы мәғлүмәттәр асыҡланды. Билдәле булыуынса, фажиғәлә электрик сержантты ғәйепләүҙәре ихтимал. Әммә һәләк булған һалдаттың ғаиләһе хәрби команданың эшкә иғтибарһыҙ булыуы сәбәпсе, тип ышана.
Йөрәк яраһы уңалмай. Әрмегә оҙатҡанда тимер юл вокзалында оҙаҡ булманым, хушлаштым да эшкә йүгерҙем, тип хәтерләй Илдар Сиражиевтың әсәһе. Был көндә ул улын һуңғы тапҡыр ҡосаҡлай. Егет көн дә яҡындары менән бәйләнешкә сығып тора, әрме хеҙмәте тураһында һөйләй. Фажиғә көнөндә һалдаттың әсәһе ентекле иҫләй. Ярты йыл үтһә лә, әле һаман ышанып булмай, ти ул.
Тикшереү һөҙөмтәләре раҫлауынса, һалдат ток һуғыуҙан һәләк була. Фажиғә ул хеҙмәт иткән Свердловск өлкәһенең күнекмәләр яһау полигонында теркәлә. Илдар ил алдындағы бурысын элемтә ғәскәрҙәрендә үтәй. Ул «Урал» автомобилен хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә.
Хәрби хеҙмәттә ошондай «Урал» автомобиле ҡулланыла. Тап ошо машина корпусынан Илдар үлемесле ток көсөргәнеше ала. Әммә техниканың ток һуғыуынан кеше һәләк була аламы? Өфө автотранспорт коллежды уҡытыусыһы Мансур Мөфтәхетдиновҡа мөрәжәғәт иттек. Махсус техниканың хәрәкәт иттереү өлөшөндә ток ҡеүәте 24 вольт. Әлбиттә, ул кеше һаулығына зыян килтерә алмай, ти белгес. Кунг йәки Урал машинаһының артҡы өлөшө электр көсөн үҙгәртеүсе аппарат менән хеҙмәтләндерелә. Уның көсө 220 вольт кимәлендә баһалана. Шулай уҡ, унда урынлашҡан радио-локацион ҡоролма юғары ток менән эшләгәне билдәле.
Был ваҡытта электр сымдары ергә тоташтырылырға тейеш. Хәүефһеҙлек сараһының үтәлмәүен экспертиза һөҙөмтәләре һәм Илдарҙың хеҙмәттәштәре лә раҫлай. Асыҡланыуынса, бәхетһеҙ осраҡҡа тиклем дә «Урал» автомобиле ток һуҡҡаны тураһында һалдаттар хәрби командование составына хәбәр иткән. Бының турала егеттәр аңлатма яҙа.
2019 йылдың 27 июнендә минең үҙемде «Урал» автомобиле корпусы аша тоҡ һуҡты. Ул саҡта тағы ла 3 хеҙмәттәш егет янымда ине. Ток бер нисә тапҡыр һуҡты. Был турала юғары хәрбиҙәргә хәбәр итеү һөҙөмтә бирмәне, бер ниндәй ҙә сара күрелмәне.
Машина штабтыҡы, ток «Урал» корпусы аша һуға ине. Мин үҙем дә 2019 йылдың 24 июнендә токтан зыян күрҙем. Был киске сәғәт биштәр тирәһендә булды. Ул саҡта мин яңғыҙ инем. Ток мине генә түгел, икенсе хеҙмәттәш егеттәрҙе лә һуҡҡаны бар.
Илдар Сиражиев менән бергә хеҙмәт иткән егеттәр 22 декабрҙә бара. Был фотолар ваҡиға урынынан. Тап ошо ерҙә һалдаттың кәүҙәһен тапҡандар.
Хәрби командование тәфтиш эшенә һылтанып рәсми аңлатма биреүҙән баш тартты. Осраҡ буйынса тикшереү дауам итә. Әлеге ваҡытта Илдарҙың ата-әсәһе енәйәт эшенең материалдарын көтә. Тиҙҙән суд ултырышы буласаҡ. Егеттең туғандары фажиғәнең ысын ғәйеплеһе язаһыҙ ҡалыр тип хафалана. Сөнки хәрби командирҙар ваҡытында хәүефһеҙлек сараларын үтәһә - бәхетһеҙ осраҡ булмаҫ ине, тигән фекерҙә Гөлсимә Сиражиева.