-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 14:10

“Фатирҙа йәшәмәгәс, ни өсөн түләргә?”

Квитанцияны күреп, уларҙың сәсе үрә тора

Өфөнөң Зәки Вәлиди исемендәге урамындағы фатирҙарында Уразовтар ғаиләһе алты йыл инде йәшәмәй. 6-сы торлаҡ-эксплуатация идаралығы ебәргән квитанцияны күреп, уларҙың сәсе үрә тора – 200 мең һумлыҡ бурыс!
Мираҫ буйынса күскән фатирҙа өс кеше теркәлгән. Идаралыҡта былай тип аңлатҡандар: үҙегеҙ ваҡытында күрһәткестәрҙе тапшырмағас, уртаса күрһәткестәрҙе үҙебеҙ яҙҙыҡ та ҡуйҙыҡ. Ҡайтанан иҫәпләүҙе һорағас, ҡырҡа баш тартҡандар, йәнәһе, алты йыл – ҙур срок, фатирҙа ике ай ғына йәшәмәгән булһағыҙ, түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләр инек.
Уразовтар бурысты түләгәндән һәм күрһәткестәрҙе ваҡытында тапшыра барғандан һуң был ваҡиғаға нөктә ҡуйылыр тип уйлай. Тик улар биргән күрһәткестәрҙе бер кемдең дә яҙмауын, бурыстың артабан да үҫеүен генә күрәләр. Ведомстволар счетчиктарҙың документтарын бер-береһенә тапшырғанда юғалтып, эҙләп баштарын вата. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, буш торған фатир өсөн түләүҙә асыҡлыҡ булмауы, хеҙмәттәрҙән файҙаланмағанда ла фатир хужалары өсөн бурысты үҙ белдегең менән билдәләү, иң мөһиме, ҡабартылған түләүҙәргә ҡайтанан иҫәпләү үткәрмәҫкә тырышыуҙары Уразовтарҙы аптырашта ҡалдырған.
Юристар был хаҡта нимә уйлай?
“Әгәр кеше оҙаҡ ваҡытҡа ҡайҙалыр китһә, идарасы компанияға был хаҡта белдерергә, түләүҙе ҡайтанан иҫәпләтеү тураһында ғариза яҙырға тейеш. Граждан идарасы компанияға мөрәжәғәт итмәгән хәлдә лә, ул теләгән ваҡытта түләүҙе ҡайтанан иҫәпләтеүҙе һорай ала”, - тигән кәңәш биргән улар “Ufa1.ru” порталына
Уразовтар аҡсаны ҡайтанан иҫәпләтеүҙе ғариза яҙып ҡына хәл итә алмаһа, судҡа мөрәжәғәт итергә тура киләсәк. ”Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙа ике яҡ та: идарасы компаниялар ҙа, күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә ҡанундарҙы һәм бурыстарҙы теүәл үтәгәндә генә юғары күрһәткестәргә өлгәшә аласаҡбыҙ. Әлегә был тәңгәлдә яйға һалаһы мәсьәләләр етерлек.
Тимур Шәрипҡолов фотоһы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: