+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 11:25

Штрафтарҙы ваҡытында түләгеҙ!

160 миллион һумдан ашыу штрафты түләттерҙе

Башҡортостан Республикаһы Суд приставтары 2019 йылда ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан һалынған 160 миллион һумдан ашыу штрафты түләттерҙе.
Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе аңлы һәм тупаҫ рәүештә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу менән бәйле. Тиҙлек режимын күҙәтмәү, ҡаршы яҡ һыҙатҡа сығыу, эскән килеш руль артына ултырыу штрафҡа килтерә. Йыш ҡына йәйәүлеләр үҙҙәре лә ҡағиҙәләрҙе күҙәтмәй.
Мәҫәлән, Башҡортостанда йәшәүсе 25 йәшлек ир тейешһеҙ урында юл аша сыҡҡан өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Шуны әйтергә кәрәк, уның ошондай ҡағиҙә боҙоуы биш тапҡыр ҡабатланған. Биш тапҡыр һалынған 500-әр һум штрафты ваҡытында түләмәй. Түләтеү өсөн уға ҡарата административ эш ҡуҙғатыла һәм ир мәжбүри түләттереү саралары хаҡында белеп, штрафтарын тулыһынса ҡаплай.
Үҙ ваҡытында түләнмәгән ҙур булмаған штраф та күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе мөмкин.
26 йәшлек егет транспорт сараһына идара иткәндә тиҙлекте арттыра. РФ КоАП-ының 2-сө өлөш 12.9-сы статьяһы буйынса һалынған штрафты ваҡытында түләмәгән. Шуның арҡаһында бурыслылар исемлегенә эләккән.
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса Калинин районы бүлегендә 21 эш ҡуҙғатылған. Суд приставы-башҡарыусы уға автомобиленә бәйле документтар менән эш итеүҙә сикләүҙәр тураһында ҡарар сығарҙы. Штрафты түләмәү ниндәй эҙемтәләргә килтереүен аңлатты. Йәш кеше өҫтәмә сығымдар килтермәҫ өсөн 19500 һум суммаға 21 штрафты бер көндә түләне. Башҡарыу производствоһы үтәтеү менән тамамланды, сикләүҙәр алынды.
Ағымдағы йылдың ете айында Федераль суд приставтары хеҙмәтенең суд приставтары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле 217018 башҡарыу производствоһы үтәтелде, 160 миллион һумдан ашыу штраф түләттерелде.136026 башҡарыу документтары талаптарын бурыслылар үҙҙәре түләне. Улар түләгән административ штрафтарҙың дөйөм суммаһы 93,5 миллион һум тәшкил итте.
Әгәр штраф тейешле ваҡытта түләнмәгән икән, РФ КоАП-ының 1-се өлөш 20.25-се статьяһында ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоу составы барлыҡҡа килә. Штраф түләтеүҙән тыш, ғәйепле кеше мәжбүри эштәргә йәлеп ителә йәиһә 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алына.
Бурыстарығыҙҙы ваҡытында түләгеҙ, бының өсөн уны даими тикшереп торорға кәрәк. Уны Федераль суд приставтары хеҙмәтенең http://r02.fssprus.ru рәсми сайтында йәки “Штрафтарҙы тикшереү” бүлегендә https:// гибдд.рф/check/fines сайтында белергә була.
Ниндәйҙер сикләүҙәргә йәки ҡағиҙә боҙоусыларға ҡарата башҡа яза төрөнә тарымаҫ өсөн бурыстың булыу-булмауын тикшереп тороу бик тә мөһим.
Дәүләкән районы прокуратураһы.
Читайте нас: