+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 12:45

Водителдәргә юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә

Етди сәбәпһеҙ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш бирелә

Башҡортостан биләмәһен циклон баҫып алды.
Ул таңғы 5-тә килеп инде. Республикала көслө ҡар яуа башланы, айырым райондарҙа боҙло ямғыр яуыуы ихтимал.
Юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ, көрт. Тотош республикала ошондай һауа торошо көтөлә.
1013 берәмек юл техникаһы эшләй.
Тотороҡһоҙ һауа торошона бәйле водителдәргә төн уртаһына тиклем етди сәбәпһеҙ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш бирәләр.
Читайте нас: