+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 12:05

"Банктан" шылтыратыуҙар дауам итә

Халыҡтың эскерһеҙлеге хайран итә...

Халыҡтың эскерһеҙлеге хайран итә...

Стәрлетамаҡта йәшәүсе 29 йәшлек ҡатындың телефонына билдәһеҙ ир шылтыратып, мин - банктың хеҙмәткәремен, тип үҙе менән таныштыра.
Һуңғы арала клиенттарҙың аҡсалары менән бик күп мутлыҡтар ҡылына, тип хәбәр итә ул: "Аҡсаны һаҡлар өсөн беҙ, банк хеҙмәткәрҙәре, үҙебеҙҙең клиенттарға махсус эшләнгән ҡушымта менән файҙаланырға тәҡдим итәбеҙ". Ҡатын ирҙең татлы теленә ышанып, ул әйткән ҡушымтаны - ят программаны - телефонына ҡуя.
Бер аҙҙан ул үҙенең исеменә кемдеңдер 100 мең һумдан ашыу кредит алып, билдәһеҙ иҫәпкә күсергәнен асыҡлай.
Алданғанын аңлап, ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә.
Муттарҙан тағы ла бер ир зыян күргән: уға ла шулай уҡ "банктан" шылтыратып, кемдер аҡсағыҙҙы урларға маташа бит, тип ҡурҡытып, кодтарын белешеп, кредит картаһынан 95 мең һум аҡсаһын урлағандар. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығынан хәбәр итәләр.
Банк картаһы мәғлүмәттәре менән бүлешмәгеҙ әле, зинһар. "Банктан" шылтыраталар икән - был тик муттарҙың ғына эше! Трубканы һүндерегеҙ, номерҙы ҡара исемлеккә ырғытығыҙ.
Фото: Интернеттан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: