+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 13:35

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин

Танышайыҡ яҡынданыраҡ.

Күҙ асып йомған арала булдымы был эш? Рәсәйҙең Премьер-министрын алмаштырыуҙы әйтәм. Беҙгә генә ҡапыл һымаҡ тойолдо: әйтте, китте, килде... Хәҙер танышайыҡ, йәғни яҡынданыраҡ.
Михаил Владимирович Мишустин 1966 йылдың 3 мартында Мәскәү өлкәһенең Лобня ҡалаһында тыуған. Атаһы Шереметьево аэропортында эшләгән, әсәһе (әрмән милләтенән, тиҙәр) - медицина хеҙмәткәре. Буласаҡ премьер мәктәпте бик яҡшыға тамамлаған.
Мәскәү дәүләт станкоинструменталь институтында, уның аспирантураһында уҡыған. Дәүләт хеҙмәтенә күскәнсе бизнес менән дә шөғөлләнеп алған. Халыҡ-ара компьютер клубы (МКК) идараһын етәкләгән, был тармаҡта арыу ғына тәжрибә туплаған кеше.
1998 йылда Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе ярҙамсыһы булып эшкә килгән. Шул тармаҡта министр урынбаҫары кимәленә күтәрелгән.
Михаил Мишустин Күсемһеҙ милек объекттары кадастры федераль агентлығын (Роснедвижимость) да, Айырым иҡтисади зоналар менән идара итеү федераль агентлығын (РосОЭЗ) да етәкләгән.
2008 йылда отставкаға киткәс, бер йылдан Рәсәй Президентының кадрҙар резервына индерелгән һәм 2010 йылдан алып, Хөкүмәт Рәйесе итеп тәғәйенләнгәнгә тиклем РФ Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе булып эшләне.
1-се класлы дәүләт советнигы, иҡтисади фәндәр докторы.
Ғаиләле. Өс бала атаһы.
Ғаилә декларацияһында күрһәтеүҙәренсә, Мишустиндар арыу ғына аҡса эшләй (беҙ был хаҡта хыяллана ла алмайбыҙ, шуға суммаһын күрһәтеп тороуҙың кәрәге юҡ!)
Яңы Премьер-министр спорт менән дә дуҫ, хоккей уйнай. ЦСКА клубының күҙәтеү советында тора.
Роялдә лә уйнай икән. Хатта көйҙәр яҙа. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа таҡмаҡ һәм эпиграммалар ижад итеүен дә яҙғандар.
Наградалары: Почет һәм дүртенсе дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордендары, РФ Президентының Почет грамотаһы. Тағы дини наградалары ла бар.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: