Йәш өйләнешеүселәрҙе иң ныҡ ҡыҙыҡһындырғаны – тәүге балаға әсәлек капиталы түләү. Һуңғы йылдарҙа ғаилә ҡорған йәштәр бәпес алып ҡайтарға ашыҡмай башланы юғиһә. Ә шулай ҙа һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Ил етәкселегенең ошоно күҙ уңында тотоп эш итеүе ыңғай һөҙөмтәләргә килтерер тип ышанаһы килә.