+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 14:00

Яңы йыл ҡаршыларға сығып киткән әсә ҡайтмаған

Балаларҙы социаль приютҡа урынлаштыралар

Сибай ҡалаһында йәшәгән спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға әүәҫ ҡатын декабрь аҙағында уҡ Яңы йылды билдәләй башлай. Ул әшнәләре менән байрам итергә китә һәм әйләнеп ҡайтмай. Өйҙә бәғерһеҙ әсәнең өс балаһы ҡала, иң бәләкәйенә – өс йәш.
Был хаҡта хәбәр алыу менән балаларҙы социаль приютҡа урынлаштыралар. Хәҙер инде яңы йылдың башланыуына ла бер нисә аҙна ваҡыт үтеп китте, ә әсә кеше үҙ балалары тураһында иҫенә алмай, приютҡа ла барып урамай, “күңелле” тормош менән йәшәүен дауам итә.
Ҡаланың “Сибайский рабочий” гәзите хәбәр итеүенсә, Яңы йыл каникулы осоронда “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, опека һәм попечителлек бүлеге вәкилдәре, социаль педагогтар һәм Сибай ҡалаһы буйынса Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡышҡы каникул осоронда профилактик рейдтар ойоштороп, бәлиғ булмаған балалар йәшәгән имен булмаған ғаиләләрҙе тикшергән. Белгестәр уларҙағы хәл-торош, балаларҙың сәләмәтлеге, туҡланыуы, буш ваҡытын нисек үткәреүе менән ҡыҙыҡһынған.
Әгәр һеҙ янығыҙҙа имен булмаған ғаилә йәшәүен, балаларҙың ата-әсә тарафынан тейешле хәстәрлек күрмәүен, эскән ололар тарафынан ҡыйырһытылыуын белһәгеҙ, бәләкәстәрҙең хоҡуҡтары боҙолоу осраҡтарына шаһит булһағыҙ, “Ғаилә” үҙәктәренә, Эске эштәр министрлығының “ышаныс телефоны”на (128) шылтырата алаһығыҙ.
Шулай уҡ бындай осраҡтар хаҡында бөтә Рәсәй кимәлендә эшләгән “ҡыҙыу бәйләнеш”кә тәүлек әйләнәһенә бушлай шылтыратырға мөмкин: 8-800-2000-122.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова, Башҡортостан гәзите
Читайте нас: