+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2020, 03:10

18-20 ғинуарға һауа торошо

Ғинуар айы йылы булыуы менән аптырата

Әллә ни ҡырҡа үҙгәрештәр булмаясаҡ...

Быйылғы ғинуар айы аномаль йылы булыуы менән аптырата.
Әлеге ваҡытта уртаса тәүлек һауа температураһы ғәҙәти күрһәткестәрҙән 10 градусҡа юғары. Уҙған көндө республикала епшек ҡар яуып, ул төндә боҙло ямғырға әйләнде.
Бөгөн көндөҙ һауа температураһы плюс билдәһенә күтәрелде (мәҫәлән, Учалыла 1,5° булды), ҡар ихлас ирей, төндә иһә юлдар тайғаҡҡа әйләнә.
Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 ғинуарҙан алып атмосфера баҫымы күтәрелә башлаясаҡ. Һәм һауа температураһы бер аҙ түбәнәйәсәк.
Киләһе аҙнала республикала көндөҙ -4°,-6° буласаҡ. Аҙна аҙағында көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы фаразлана: көндөҙ -11, төндә -15 градусҡа тиклем.
18 ғинуар - аяҙлы-болотло көн, епшек ҡар, боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары, төндә һәм иртән 500-1000 метрҙан кәмерәк күреү мөмкинлеге менән томан көтөлә.
Елдең тиҙлеге - 5-10 м/с. Һауа температураһы төндә -2,-7°, аяҙ мәлдә -15°, көндөҙ 0,-5°.

19 һәм 20 ғинуар - һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Елдең генә ҡай ваҡыт секундына 15 метрға тиклем көсәйеүе бар.
Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ 0,-5°, төндә аяҙ мәлдә -12°.
Читайте нас: