+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2020, 14:30

Рәсәйҙә инвалидлыҡ билдәләү буйынса яңы критерийҙар ғәмәлгә инде

Өлкәндәр һәм балалар өсөн айырым ҡушымталар эшләнгән

Кисә республика буйынса баш медик-социаль экспертиза бюроһында асыҡ ишектәр көнө үтте. Унда йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм теләгән һәр кем 2020 йыл башынан ғәмәлгә ингән яңылыҡтар менән танышты.
Бынан ары документта кеше инвалид статусы алыуға иҫәп тота алған осраҡтар тураһында ентекләп яҙыла. Балаларға медик-социаль экспертиза үткәндә башҡа критерийҙар ҡаралған. Белгестәр фекеренсә, үҙгәрештәр инвалидлыҡ биреү процесын асыҡ итә.
Өлкәндәр һәм балалар өсөн айырым ҡушымталар эшләнгән. Өлкәндәр өсөн норматив документ ҙур ғына – ул 300 бит биләй, балаларға билдәләнгән талаптар 300-ҙән ашыу биттә яҙылған.
Читайте нас: