Милләткә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай икән бер ниндәй ҙә иҡтисад, тышҡы сәйәсәт, хәүефһеҙлек тураһында һөйләп тораһы түгел. Ә беҙгә әле ысын мәғәнәһендә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы бар. Сөнки тыуым коэфициенты Рәсәйҙә ни бары 1 ярым. Йәғни, һәр ғаиләгә бер ярым бала тура килә. Ә артыр өсөн кәм тигәндә, ике ярым кәрәк, ә өс булһа тағы ла яҡшыраҡ.
Ике ғаилә. Әгәр улар берешәр бала тапһа, балалары ни бары бер ғаилә генә ҡора ала. Ә уларҙан да бер бала тыуһа, ахырҙа, ул үҙ үҙ парын таба алмаясаҡ. Хәйер, илдә тыуым коэфициенты бынан да түбәнерәк булғаны бар. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1,3 бала булған. Ләкин ул ваҡытта идеология, йәшәү шарттары менән ил упҡындан сыға алған. Ә бына беҙҙең заманда совет осорондағы ышаныс юҡ. Әммә тыуымды арттырыу кәрәк. Кире осраҡта ил миграция юлы менән генә халыҡты арттыра башлай. Йәғни, яҡын сит илдән килеүселәргә ғаилә ҡороп йәшәү өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ. Әлегә был уңайлыҡтар беҙҙең файҙаға. Улар тураһында ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Беренсе балаға "Әсәлек капиталы" тураһындағы яңылыҡ улар өсөн көтөлмәгән шатлыҡ. Гөлдәр Фәхретдинова студент, ире ашнаҡсы. Февралдә сабыйҙары тыуасаҡ. Бала һөйөү ҡыуанысына ҡуша дәүләттән 466 мең һум ярҙам фатир алырға ипотекаға тотоноласаҡ.
Владимир Путиндың Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә демография өлкәһенә ҡағылышлы һәр белдереүен залдағылар ҡул сабып оҙатты. Сөнки 2006 йылдан бирле түләнеп килгән Әсәлек капиталы тағы оҙайтыла, күләме буйынса арта һәм тәүге сабыйға ук түләнә башлай.
Илдә 2024 йылға тыуым коэффициенты 1,7 гә етергә тейеш. Ашығыс һәм аныҡ саралар ҡабул ителмәй тороп демографик соҡорҙан сығыу икеле. Белгестәр билдәләүенсә, тыуым аҙ, сөнки бала табыу йәшендәгеләрҙең үҙҙәренең һаны күп түгел. 90-сы йылдар шауҡымы.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың 27-29 йәшендә генә тәүге йөклөлөккә уҙыуы, ир-егеттәрҙең иртә үлеме һәм башҡа сәбәптәр ҙә демографик күрһәткескә кире тәьҫир итә ти белгестәр. Элек табиптар үтә йәш ҡыҙҙарҙың йөклөлөккә уҙыуын хафаланып ҡабул итһә, хәҙер киреһенсә. Матди байлыҡ, карьера, аҡса эшләү әсәлек һәм аталыҡ бәхетенән өҫтөн ҡуйыла.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса балаһыҙ ғаиләләр һаны республикала 28 процент менән билдәләнгән. Түлһеҙлек арҡаһында ғына түгел, башҡа сәбәптәрҙән сабый һөйөргә теләмәүселәр бар. Был хәрәкәт челдфри тигән беҙҙең өсөн ят һүҙ менән йөрөтөлә.
Тыуымды арттырыу буйынса беҙҙең республиканың үҙенең өҫтәмә саралары бар. Башҡортостанда демографияны яҡшыртыуға йүнәлтелгән юл картаһы эшләй башлай. Ул дүрт бүлектән тора. Тәүге йүнәлеш йәш ғаиләләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләүгә ҡайтып ҡала. 35 йәшкә тиклемге ғаилә парҙары перинаталь үҙәктәрҙә медицина тикшеренеүҙәрен бушлай үтә аласаҡ. Экстракорпораль аталандырыу өсөн квоталар арттырыла. Аорттарҙы кәметеү буйынса эш алып барыласаҡ. Уҙған йылда Башҡортостанда йөклөлөктө өҙөү 10 меңгә еткән.
Икенсе йүнәлеш – миграция сәйәсәтен үҙгәртеү. Был йәһәттән йәштәрҙең сит төбәктәргә китеүен кәметеү, башҡа илдәрҙән йәш ғаиләләрҙе йәлеп итеү кеүек эштәр башҡарыласаҡ. Ситтә уҡыған студенттарҙы тыуған яҡҡа ҡайтарыу өсөн шарттар булдырылырға тейеш.
Өсөнсөнән, йәш ғаиләләргә хәстәрлекле мөхит булдырыу. "Асыҡ балалар табыу йорто" программаһы эшләй башлай. Ул бала табыу йортонда әсәй кешегә айырыуса йылы ҡараш тыуҙырыу. Был йәһәттә медицина персоналдары менән тәрбиәүи эш ҡаралған. Балаларға медицина тикшереүе ваҡытын ҡыҫҡартыу.
Һәм һуңғыһы – мәғлүмәти оҙатыу. "Башҡортостан балалары – бәхет" проекты. Уңышлы ғаиләләр, күп балалы әсәләр, илдә тормошҡа ашырылған социаль ярҙам тураһында һөйләү. Шулай ҙа демографияны тотҡарлаған иң мөһим фактор – торлаҡ мәсьәләһе. Белгестәр был йүнәлеште ентекле өйрәнеп юл картаһына айырым бүлек итеп ҡушырға ниәтләнә. Юл картаһындағы саралар буйынса тыуымды 8 мең балаға арттырыу күҙаллана.
Ил президенты иғлан иткән яңылыҡ, дәүләттән аҡсалата ярҙам, юл картаһы тыуымды арттырырға ярҙам итерме – туғыҙ айҙан белербеҙ. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең биш йыллыҡ план бар. Радий Хәбиров 2024 йылғаса республикала кеше һанын 4 миллион 100 меңгә еткереү бурысы ҡуйҙы.
Автор: Рәмилә Исмәғилева.