+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2020, 18:40

“Төп маҡсат – телебеҙҙе популяр итеү”

Ғинуар – дәүләт теле айы

Башҡорттар өсөн ай исемдәре үҙгәртелә. Ағымдағы йылда беҙ шаҡай, буранай тигән атамаларҙы оноторға тейешбеҙ. Хәҙер беҙҙең өсөн ғинуар – дәүләт теле айы, февраль-заманса тел айы, март – ғаилә теле айы һәм ошо рәүешле ҡалған туғыҙ ай. Һәр береһенең телгә ҡағылышлы үҙ исеме буласаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошолай хәл итте. Белеүегеҙсә, йәмәғәт ойошмаһы 2020 йылды республикала башҡорт теле йылы тип иғлан иткәйне. Ҡалған айҙар нисек аталасаҡ һәм ниндәй саралар уҙғарыу ҡарала? Йылды уҙғарыу концепцияһы менән БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин ҡыҙыҡһынды.
Сикһеҙ ғорурлыҡ, ихтирам һәм һөйөү менән һуғарылған тере йондоҙ! Тарихи йыр күптән инде төрлө милләт халыҡтарын берләштереүсе, илһөйәрлек рухы тәрбиәләүсе гимнға әйләнгән. Былтыр Генерал Шайморатовтың 120 йыллығына арналған саралар бик күп булды. Халыҡ легендар комдивты ҙурлап донъяның төрлө мөйөшөндә йырлы сәләмен еткерҙе. Ә инде ҙур яңылыҡ – календарҙа ҡыҙыл дата менән билдәләнеүе.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө тураһындағы закон проекты 30 ғинуарҙа ҡараласаҡ. Әлегә иҫтәлекле дата яҡынса 13 ноябргә тип билдәләнгән. Ғөмүмән, башҡорт атлылары исеме һәйкәл менән мәңгеләштереләсәк. Ул Өфөнөң Совет майҙанында урын аласаҡ тип көтөлә.
Быйыл әсә теленә һөйөү тағы ла артасаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республикала Башҡорт теле йылын үткәреү концепцияһын билдәләне. Төп маҡсат – башҡорт телен популярлаштырыу, республикала уны дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеү һәм милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә уҡытыу шарттарын яҡшыртыу.
Башҡорт теле йылы сиктәрендә район-ҡалаларҙа бихисап саралар уҙғарыу планлаштырыла. Һәр ай айырым йүнәлешкә арнала, уның сиктәрендә тематик дәрестәр, ижади бәйгеләр, фестивалдәр үтә. Мәҫәлән, ғинуар "Башҡорт теле - дәүләт теле" темаһына арнала. Төп иғтибар алтаҡталарҙағы грамматик хаталарҙы табыу һәм төҙәтеүгә йүнәлтелә. Һуңғы йылдарҙа ла бит кибет яҙыуҙарында ғына түгел, ведомстволарҙа ла хаталар йышайҙы.
Март айы республиканың "Айыҡ ауылы"н билдәләүе менән иҫтә ҡалыр тип көтөлә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр июлдә старт алған бәйгелә 52 райондан 464 ауыл ҡатнашҡайны, республика этабына 47 ауыл үткән. Был исемлеккә инеүселәр февралдә презентация яҡларға тейеш. Еңеүселәрҙе асыҡлау өсөн интернет тауыш биреү ҙә ойошторола. Тәүге урынға ярты миллион һумлыҡ дәртләндереү сараһы ҡаралған.
Фольклор, ғаилә, спорт байрамдары бер-береһе менән үрелеп барасаҡ. Республика район-ҡалаларында башҡорт телендәге баннерҙар, социаль рекламалар ҙа артыр тип көтөлә. Бер һүҙ менән әйткәндә, башҡорт теле йылы тарихҡа үҙ йылъяҙмаһын яҙасаҡ. Быға республикала үтәсәк донъяуи әһәмиәттәге саралар ҙа булышлыҡ итер тип көтөлә.
Читайте нас: