«Опел»дең водителе менән Газелдәге пассажир йәрхәтләнгән. Авария сәбәптәрен тикшереү бара. Урында оператив-тәфтиш төркөмө эшләй. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы тураһында иҫкәртә. Водителдәргә үтә лә иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын артырмаҫҡа кәңәш ителә.