+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 14:10

Операция уңышлы үткән

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Белорет район үҙәк дауаханаһы базаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге төҙөлдө. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.
Хәҙер республиканың иң алыҫ райондары пациенттарына – Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Межгорье халҡына Өфөгә юлланаһы түгел, бында юғары квалификациялы медицина ярҙамын аласаҡтар. Йылына үҙәктә 600-гә яҡын дауалау һәм диагностика процедураларын үткәреү планлаштырыла.
Үҙәкте асҡандан һуң “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған яңы ангиограф комплексында өс операция үткәрелде. Байтаҡ йылдар буйы йөрәк ишемияһы менән сирләгән тәүге пациентҡа – 67 йәш. Операция уңышлы үткән. Тәүге операцияларҙы яһауҙа коллегаларына республика кардиология үҙәге бүлексәһе мөдире Игорь Бузаев, табип Эльфир Мостафин, табип-кардиолог Азат Баһауетдинов ярҙам иткән. Улар бер нисә көн буйына Белорет белгестәренә практик ярҙам күрһәтәсәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: