+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 13:00

Һыуға, газға, электр утына хаҡтар үҙгәрә

Өс процентҡа артасаҡ

Башҡортостандың Тариф буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет ултырышында сығыш яһап, коммуналь хеҙмәтләндереү хаҡтарының быйыл нисек үҙгәрәсәге тураһында һөйләне:
– һыу менән тәьмин итеү әлегәсә кубометрына 25,68 һум булһа, 1 июлгә ул 26,45 һум булыр тип күҙаллана, йәғни был коммуналь түләү өс процентҡа артасаҡ;
– һыу ағыҙыу (ҡулланылған һыуҙы канализацияға ҡабул итеү) хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡала – 1 июлгә ул, элеккесә, кубометрына 30,59 һум буласаҡ;
– йылылыҡ энергияһы былтырғы беренсе ярты йыллыҡта бер гигакалория өсөн 2092,32 һум һәм икенсе алты айлыҡта 2134,16 һум булһа (йәғни ике процентҡа артһа), быйылғы тәүге ярты йылда ошо коммуналь хеҙмәт былтырғы йыл аҙағындағы кимәлдә ҡала, ә икенсе ярты йыллыҡта хаҡ 2198,18 һум тәшкил итәсәк – өс процентҡа күтәреләсәк;
– электр энергияһына хаҡ быйылғы 1 июлдән алып түбәндәгесә буласаҡ: ҡалала йәшәгән һәм электр плитәһе ҡулланмаған халыҡ өсөн көндөҙ – бер киловатт-сәғәткә 3,83 һум, төнөн – 2,66 һум; электр плитәһен файҙаланғандар һәм ауылда йәшәгән кешеләр өсөн көндөҙ – 2,68 һум, төнөн – 1,86 һум;
– газ өсөн хаҡты Светлана Бурдюк түбәндәгесә атаны: зәңгәр яғыулыҡты ашарға бешереү һәм газ менән эшләгән һыу йылытҡысты ҡулланыу өсөн тотоноусылар – быйылғы тәүге ярты йыллыҡта бер кубометрға – 7,20 һум, ашарға бешереү һәм үҙәкләштерелгән йылытыу үткәрелмәгән йорттарҙа газ менән эшләгән һыу йылытҡысты ҡулланыу өсөн тотоноусылар 6,71 һум түләй.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: