+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 19:00

«Башавтотранс» яңы автобустар һатып алырға йыйына

Автобустар 2019 йылдан да алдараҡ сығарылырға тейеш түгел

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы аукцион йомғаҡтары буйынса 3 февралдә 110,66 миллион һумға ҡала-ара бәйләнеш өсөн аҙ һыйҙырышлы 40 автобус һатып алырға ниәтләй. Тендер дәүләт һатып алыуҙары порталында баҫылған.
Биш тонналыҡ автобустың хаҡы — 2,77 миллион һумға тиклем.
Автобустар 2019 йылдан да алдараҡ сығарылырға тейеш түгел, контрактты башҡарыусы уларҙы килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң ике ай эсендә килтерергә бурыслы. Тәьмин итеүсе ике йылға техниканың төҙөклөгөнә гарантия бирергә тейеш.
Былтыр «Башавтотранс» өсөн ҡала, шулай уҡ ҡала яны һәм муниципаль-ара маршруттар өсөн тәғәйенләнгән төрлө һыйҙырышлы 527 автобус һатып алынды.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: