+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 17:05

Яңы төр пособиеға республиканан 90 мең бала дәғүә итә

Был пособиеға килеме әҙ булған ғаиләләр генә дәғүә итә ала

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә ғаиләле балаларға ярҙам итеүҙең яңы саралары хаҡында әйтеп үтте.
Мәҫәлән, быйылдан башлап 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләнә башлаясаҡ. Был пособиеға килеме әҙ булған ғаиләләр генә дәғүә итә ала. Йәғни ғаиләлә бер кешенең килеме йәшәү минимумынан түбән булған осраҡта ғына. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәшәү минимумы 10186 һумға тиң. Президент әйтеүенсә, беренсе йылда пособиеның күләме балаларға йәшәү минимумының 50 процентын тәшкил итәсәк. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яңы төр пособиеға беҙҙең республиканан 90 мең бала дәғүә итә ала, тип хәбәр итә. Әйткәндәй, ғаиләләргә бер аҙ сабыр итергә тура килер, сөнки тейешле закондар әле ҡабул ителмәгән. Тәүҙә улар федераль кимәлдә әҙерләнәсәк, һуңынан – республика кимәлендә. Тик шунан һуң ғына Күп функциялы үҙәктәрҙә (МФЦ) – документтар ҡабул итеү, ә социаль яҡлау органдарында пособиелар тәғәйенләү башлана.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле базала булған, йәғни айлыҡ пособие алған 90 мең балаға, өҫтәмә документ йыймайынса, автомат рәүештә яңы пособие тәғәйенләү мөмкинлеге ҡарала.
Фото: Яндекс
Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: